6 майға ҡарата янғындар хаҡында мәғлүмәт

Тәбиғи янғындар  хаҡында  6 май  иртәнге сәғәт 8-гә ҡарата мәғлүмәт.

6 майға ҡарата янғындар хаҡында мәғлүмәт6 майға ҡарата янғындар хаҡында мәғлүмәт
6 майға ҡарата янғындар хаҡында мәғлүмәт

Тәүлек эсендә 76,7 гектар майҙанда 4 урман янғыны теркәлгән:

– Йылайыр районында Березовка торама пункты янындағы 2,3 гектар майҙанда. Утты һүндереүҙә 12 кеше һәм 5 техника берәмеге ҡатнашҡан. Янғын һүндерелгән.

- Йылайыр районында Байғужа торама пункты янында 0,4 гектар майҙанда. Утты һүндереүҙә 20 кеше һәм 4 техника берәмеге эшләй. Янғын һүндерелгән.

- Әбйәлил районында Майғашты торама пункты янында 0,8 гектар майҙанда. Уны һүндереүҙә 13 кеше һәм 8 техника берәмеге ҡатнашҡан. Янғын һүндерелгән.

- Белорет районында Тирлән торама пункты янында 73,2 гектар майҙанда. Унда 33 кеше һәм 14 берәмек техника йәлеп ителгән. Янғын һүндерелгән. Һүндереү дауам итә.

Тәүлек эсендә 25,699 гектар майҙанда 12 ҡоро үҫемлек янған. Янғын һүндерелгән.

2023 йыл башынан алып Башҡортостан биләмәһендә 1091,2174 гектар майҙанда 899 ҡоро үҫемлектәр янғыны теркәлгән.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас