«Тыуған яғын бер ҙә онотмай, ҡулынан килгәнсә ярҙам итә»

«Яҡташлыҡ көсө» республика форумында  республикабыҙҙан ситтә йәшәгән, тыуған ере өсөн күп файҙалы эш башҡарған билдәле яҡташтар ҙа  саҡырылғайны. Ирек Мәҡсүтов, мәҫәлән, сығышы менән Йылайыр районының Матрай ауылынан. Әлеге көндә ул – Ямал-Ненец автономиялы округының Ноябрьск ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, «Севертранскарго» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры. Сит яҡтарҙа көн күрһә лә, тыуған яғын бер ҙә онотмай, ҡулынан килгәнсә ярҙам ҡулы һуҙырға тырыша.

«Тыуған яғын бер ҙә онотмай, ҡулынан килгәнсә ярҙам итә»«Тыуған яғын бер ҙә онотмай, ҡулынан килгәнсә ярҙам итә»
«Тыуған яғын бер ҙә онотмай, ҡулынан килгәнсә ярҙам итә»

– Район үҙәгендә ҡәйнәм йәшәй ине. Ҡайтҡан ваҡытта тәҙрәнән ҡарап ултырһаҡ, балаларға уйнарға урын юҡ. Ошо ваҡытта балалар майҙансығы бүләк итеү  уйы барлыҡҡа килде. Үҙебеҙ һатып алып, ҡуйып, ауыл биләмәһенә тапшырҙыҡ. Эшебеҙ шулай башланып киткәйне. Ауылдаштар урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһында ҡатнашһа ла, ситтә ҡалмайбыҙ.  Мәсеттәргә ярҙам итәбеҙ, тракторҙар һатып алырға  булыштыҡ. 

«Атайсал» кеүек проект бер ҡайҙа ла юҡ. Күптәр ошондай проект барлығын белеп, аптырап, шаҡ ҡата. Элек ярҙам иткән кешеләрҙе күрмәй ҙә, белмәй ҙә инеләр. Әле республика Башлығы Радий Хәбиров ҡулынан бүләк, исем алыуҙары ҡыуаныслы, – ти Ирек Фәхретдин улы.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас