

Ошо көндәрҙә Мостай Кәрим һәйкәле янында һәм Совет майҙанында «Ете ҡыҙ» һәм «Ҡурай» фонтандары эшләй башланы.
Бөгөн, 28 апрелдә, «Имәндәр» скверында – «Бейеүсе торналар», «Дәүләт циркы»нда – «Ҡурайсы малай», С.Орджоникидзе исемендәге майҙанда, шулай уҡ «Йәштәр һарайы» мәҙәниәт һарайы алдында, Мәжит Ғафури исемендәге һәм Ленин исемендәге парк эргәһендә «Сәғәт» фонтандары ебәрелде.
Фото: Т. АМАНОВ.