Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Апрель 2023, 07:26

Яҙғы бөрө - ихласлыҡтың үҙе

#Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы.

Яҙғы бөрө - ихласлыҡтың үҙеЯҙғы бөрө - ихласлыҡтың үҙе
Яҙғы бөрө - ихласлыҡтың үҙе

Яҙғы бөрө - ихласлыҡтың үҙе,
Ихласлыҡтан тыуа шул һөйөү.
Матурлыҡтан тыуа гел матурлыҡ,
Сафлыҡтарға тейә баш эйеү.

Яҙғы бөрө - һоҡланыуҙың бере,
Һоҡланыуҙан тыуа ут яныу.
Яныуыңдан көлдәр ҡалмаһын тик,
Һоҡланыуың булһын - ҡот алыу.

Яҙғы бөрө - мөхәббәттең бере,
Мөхәббәттән тыуа бит наҙҙар.
Һөйөлөп тә туймай, һөйөнөп тә,
Иркәләнеп килә йәш яҙҙар!

 

Миңлегөл ХИСАМОВА/

 

Юлай Кәримов фотоһы.

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас