Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Апрель 2023, 17:30

"Уның хеҙмәттәре республикабыҙҙы яңы кимәлгә сығары"

Өфөлә билдәле археолог Нияз Мәжитов йәшәгән йортта таҡтаташ асылды.

"Уның хеҙмәттәре республикабыҙҙы яңы кимәлгә сығары""Уның хеҙмәттәре республикабыҙҙы яңы кимәлгә сығары"
"Уның хеҙмәттәре республикабыҙҙы яңы кимәлгә сығары"

Сарала ғалимдың туғандары, хеҙмәттәштәре, дәүләт эшмәкәрҙәре һәм әҙиптәр ҡатнашты. Нияз Абдулхаҡ улы - башҡорт археологияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Уның тырышлығы менән илдең ҙур вузы, Башҡорт дәүләт университетында (хәҙер - Өфө фән һәм технологиялар университеты) археология кафедраһы булдырыла. Нияз Абдулхаҡ улының башланғыстары менән баш ҡала үҙәгендәге уникаль ҡомартҡы - Өфө-II ҡалаһы һаҡлап ҡалынған.

– Нияз Абдулхаҡ улы – бик күп археология серҙәрен асҡан титандар дәүеренән ине. Археология фәнендә юйылмаҫ эҙ ҡалдырҙы. Уның хеҙмәттәре республикабыҙҙы яңы кимәлгә сығары. Илебеҙҙең археология картаһында Башҡортостан иң ҡыҙыҡлы һәм археологик мираҫ объекттары бай булған төбәк тип иҫәпләнә, - тине Башҡортостан Республикаһы күсемһеҙ мираҫ ҡомартҡыларын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми –етештереү үҙәге етәксеһе Данир Ғәйнуллин.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов Нияз Абдулхаҡ улының республикабыҙ, халҡыбыҙ өсөн оло шәхес булыуын билдәләне.

– Нияз Абдулхаҡ улы фән, мәҙәниәт өлкәһендә, йәмәғәт эштәрендә һөҙөмтәле эшләне. Республикабыҙ һәм халҡыбыҙ үҫешенә тос өлөш индереүен иҫәпкә алып, уның иҫтәлеген һаҡларға һәм эштәрен дауам итергә тейешбеҙ, - тине Юлдаш Йосопов.

Шулай уҡ ошо көндәрҙә Өфөлә Нияз Мәжитовтың 90 йыллығына күргәҙмә асылды, Ғафури районында ғилми-ғәмәли конференция үтте. "Боронғо Өфө" музей-ҡурсаулығы менән берлектә эшләнгән күргәҙмә Нияз Абдулхаҡ улының барлыҡ эшмәкәрлеген сағылдыра. Ул «Башҡортостан Республикаһының археология йәмғиәте» төбәк йәмәғәт ойошмаһының йомғаҡлау сессияһы эше барышында асылды.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас