

Белорет районында мәктәптә эшләгән бер дуҫымдың машинаһы ватылып ыҙалата ине. Ә эшкә йөрөргә кәрәк. Машина хаҡтарына яҡын барырлыҡ түгел, яңы авто күптәрҙең ике ятып бер төшөнә инмәй. Ошо көндәрҙә Илнурға туғандары һәм яҡындары аҡса йыйып, машина алып бирергә ҡарар иткән. Изге айҙа ҙур мәрхәмәтлек ҡылғандар.
Туғанын ҡәҙерләгән кешегә ожмах ишектәре асыҡ булыр, тиелә хәҙистә...
фото: Йүкә телефон.