

— Оҙаҡ йылдар Сибай ҡалаһында уҡытыусы булып эшләгәндән һуң, тыуған ауылымда яңы мәктәп төҙөлә башлағас, бында эшкә ҡайттым. Ә таштарҙы йыя башлауым балаларҙы беҙҙең төбәктә табылған файҙалы ҡаҙылма байлыҡтарҙы танытырға өйрәтергә тигән теләктән башланды. Таштарҙы республикабыҙҙың төрлө төбәктәренә экспедицияға йөрөгәндә йыйып алып ҡайта инем. Бынан тыш, таныш геологтар, балаларға бер нәмә лә йәл түгел тип, үҙҙәренең коллекциялары менән бүлеште. Шулай уҡ интернет-магазин аша ла яҙҙыртып һатып алам. Бына шулай байтаҡ йыйылып китте. Был минең яратҡан шөғөлөмә әүерелде. Уларҙан төрлө композициялар эшләйем. Иң мөһиме – был таштарҙы дәрестә файҙаланам. Биш минут ваҡытты ошоға бүлеп, таштарҙы күрһәтеп, уҡыусыларға улар хаҡында һөйләйем. Балалар үҙ күҙҙәре менән күреп, тотоп ҡарап өйрәнгәндә күҙҙәре янып китә. Ҡыҙыҡһыныу барлыҡҡа килде, хатта берәй ят таш күрһәләр, алып килеп миңә күрһәтәләр, – тип һөйләй Мәлифә Шәйәхмәт ҡыҙы.
Фото:Автор фотоһы.