

Фестивалдә Башҡортостандан республика инженер лицей-интернаты, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты, Сибай гимназия-интернаты, Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатынан вәкилдәр ҡатнашты. Сара 300-ҙән ашыу баланы йыйҙы. Бында ҡатнашыусылар өсөн робототехника, нейрофизиология, милли музыка ҡоралдарында уйнау, милли биҙәүестәр әҙерләү, уҡтан атыу һәм хореография буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙғарылды. Унан һуң фестивалдә ҡатнашыусылар квест-марафон үтте, уның һөҙөмтәһендә бүләктәр отоу ойошторолдо.
Фестивалгә ярашлы Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә урынлашҡан дөйөм белем биреү ойошмаларының һәм юғары белем биреү ойошмаларының презентацияһы уҙҙы. Сарала ҡатнашыусылар балаларҙы ҡабул итеү, йәшәү һәм уҡыу шарттары менән танышты.
Фото: Т. АМАНОВ.