

Әгәр кеше ваҡыт бар әле тип, фытыр саҙаҡаһын Ураҙа ғәйете намаҙына тиклем биреп өлгөрмәһә, намаҙҙан һуң биргән саҙаҡаһы ябай хәйер саҙаҡа кеүек ҡабул ителә.
Фытыр саҙаҡаһын кемдәргә бирергә мөмкин:
1) Фәҡир-ярлыларға.
2) Яңы Ислам динен ҡабул итеүселәргә.
3) Юлсыларға (мосафир).
4) Шәкерттәргә (төрлө уҡыу йорттарында уҡып йөрөүсе студенттар).
Фытыр саҙаҡаһы кемдәргә бирелмәй:
1) Кеше үҙенең атаһына йәки әсәһенә.
2) Иренә йәки ҡатынына.
3) Олатаһына йәки өләсәһенә.
4) Улына, ҡыҙына йәки ейән-ейәнсәргә.
5) Хәлле, бай кешеләргә.
6) Мосолман булмағандарға.
7) Ете йәштән кесе балаларға.