Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Апрель 2023, 11:30

Отпускыла булған яугирҙар йәнә МХО-ға юлланды

 Уларҙы Республика Башлығы Радий Хәбиров исеменән Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов сәләмләп, иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләне.

Отпускыла булған яугирҙар йәнә МХО-ға юлландыОтпускыла булған яугирҙар йәнә МХО-ға юлланды
Отпускыла булған яугирҙар йәнә МХО-ға юлланды

– Бөтә республика, бөтә ил һеҙҙең менән ғорурлана. Ҡыҫҡа ваҡытлы отпускынан һуң, ауыр хәрби мәсьәләләләрҙе хәл итергә юлланаһығыҙ. Һеҙ беҙҙең өсөн ҡаһарманлыҡ һәм илһөйәрлек өлгөһө булып  тораһығыҙ. Ир-егеттәр, республика һеҙҙең ғаиләләрегеҙҙе хәстәрләгәнен белегеҙ. Ҡуйылған хәрби бурыстарҙы лайыҡлы үтәп, иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуығыҙҙы теләйем, – тине ул.

Хәрби хәрәкәттәр ветераны, «Башҡортостан Республикаһының хәрби туғанлыҡ» йәмәғәт ойошмаһы ағзаһы Марат Сәлихов билдәләүенсә, Башҡортостан үҙенең яугирҙары менән дан алған. Бына әле башҡорт батальондары ла ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ өлгөһө күрһәтә.

– Һәйбәт ял иттем. Туғандар, дуҫтар менән аралаштым. Ҡабат юлландым. Беҙҙең өсөн артыҡ борсолмағыҙ, тип әйтәм. Беҙ, Башҡортостан егеттәре, көслө, ҡыйыубыҙ. Барыһы ла яҡшы буласаҡ, еңеү менән ҡайтырбыҙ, – тип берәүһе үҙ тәьҫораттары менән бүлешә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республиканан яугирҙар өсөн автобустар бүленгән. Был яугирҙар барып еткәс, икенселәре ошо уҡ транспортта ял итергә ҡайтасаҡ.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас