

Был бәйгелә Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенән барлығы 1500 бейеүсе, 34 коллектив ҡатнашты.
– Бәйге ҡыҙыу барҙы. Шулай булһа ла бейеүселәребеҙ республиканы лайыҡлы күрһәтте! Балалар өсөн был ҙур тәжрибә булды, улар үҙҙәрен һынап ҡына ҡалманы, башҡа коллективтарҙы ҡараны, танышты, яңы дуҫтар тапты. Программа бай эстәлекле, ҡыҙыҡлы ине, балалар онотолмаҫ тәьҫораттар алды, – тип хәбәр итә беҙгә балаларҙың ата-әсәйҙәре.
Фото: Т. АМАНОВ.