Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Апреля 2023, 06:22

Урмансылар үҫентеләрҙе әҙерләй башланы

Радий Хәбиров яҡынлашып килгән экологик акциялар хаҡында яҙҙы.

Урмансылар үҫентеләрҙе әҙерләй башланыУрмансылар үҫентеләрҙе әҙерләй башланы
Урмансылар үҫентеләрҙе әҙерләй башланы

- Беҙҙең урмансылар үҫентеләрҙе ултыртыуға әҙерләй. 22 апрелдән 13 майға тиклем «Йәшел Башҡортостан» традицион экологик акцияһын үткәрәбеҙ. 22 апрелдән 22 майға тиклем – быйыл дүртенсегә «Хәтер баҡсаһы» халыҡ-ара акцияһына ҡушылабыҙ. Уның буйынса бөтә Башҡортостан буйынса Бөйөк Ватан һуғышында һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан геройҙарға арналған аллеялар барлыҡҡа киләсәк.

Шишмә районындағы Турахан кәшәнәһе янында яңы майҙансыҡ булдырыласаҡ. Быйыл эш ҙур күләмдә алып барыласаҡ. Бөтәһе 15 миллион ҡыуаҡ һәм ағас үҫентеһе ултыртыласаҡ. Барығыҙға ла уңыштар! - тип яҙҙы Башҡортостан Башлығы.

Урмансылар үҫентеләрҙе әҙерләй башланы
Урмансылар үҫентеләрҙе әҙерләй башланы
Урмансылар үҫентеләрҙе әҙерләй башланы
Урмансылар үҫентеләрҙе әҙерләй башланы
Урмансылар үҫентеләрҙе әҙерләй башланы
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас