

Мәктәп мәғарифы форумы республика Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән 2019 йылда барлыҡҡа килгәйне. Бында «түңәрәк өҫтәл»дәр, стратегик сессияларҙа мәғариф буйынса иң көнүҙәк мәсьәләләр ҡарала, ә иң мөһиме – уҡыу барышын камиллаштырыу буйынса һәр кем үҙ тәҡдимен индерә ала. Балалар ғаиләләре менән күберәк үткәрһен өсөн, 2019 йылда төбәк етәксеһе мәктәптәрҙә биш көнлөк уҡытыуҙы индерергә тәҡдим иткәйне. Уҡытыу рус, инглиз, башҡорт, татар телдәрендә алып барылған дүрт полилингваль мәктәп асылды. Быйылғы йылда тағы ла ошондай дүрт белем усағы эшләй башлаясаҡ. 2022 йылда «Патриот» республика паркында X кластар өсөн беренсе уҡыу йыйындары үткәрелә, хәрби-патриотик сменалар ойошторола башланы. «Ҡанатлан» проекты буйынса республикабыҙ мәктәптәрендә 214 стоматологик кабинет эшләп килә, әлеге йыл аҙағына тиклем улар һаны 240-ҡа тиклем етәсәк. Башҡортостандың 30 районында берҙәм мәктәп формаһы индерелде. Проекттың дүрт йыл эшләү дәүерендә белем усағы ашханаларында диетик меню индерелде. «Көрәш – Башҡортостан Республикаһы мәктәптәренә», «Шахмат уйнарға өйрән», «Ирекле аралаш», «Интерактив башҡорт теле», «Руль артына ултыр» проекттары ла уңышлы тормошҡа ашырыла. Ауыл мәктәптәрендә эшләгән уҡытыусыларға 690 мең һум күләмендә республика Башлығы гранты булдырылды.
Беренсе көндә форумға 500-гә яҡын ҡатнашыусы – уҡытыусылар, белем биреү учреждениелары етәкселәре, урындарҙа мәғариф бүлектәре вәкилдәре, шулай уҡ мәктәпкәсә белем биреү тәрбиәселәре һәм педагогтары йыйылып, һигеҙ бәхәс майҙансығында Һәләтле балалар менән эште ойоштороу, белем биреү ойошмалары хеҙмәткәрҙәренең (педагогтар, тәрбиәселәр һәм етәкселәр) аттестацияһы һәм квалификацияһын баһалау, дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын уңышлы тапшырыу өсөн шарттар булдырыу, заманса мәктәпкәсә белем биреүҙе тормошҡа ашырыуҙың идара итеү аспекттары, мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында белем һәм тәрбиә биреү тәжрибәһен тормошҡа ашырыу кеүек темаларға фекер алышты.
Икенсе көндө республика Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында үткән пленар өлөштә майҙансыҡтар эшенә йомғаҡ яһалды. Залда ултырыусылар аяғүрә баҫып, Рәсәй һәм Башҡортостан гимнын тыңлағандан һуң, ул фиҙакәр хеҙмәт иткән педагогик хеҙмәткәрҙәрҙе тәбрикләүҙән башланды. Пленар ултырышта «Хеҙмәт батырлығы» миҙалы менән Асҡын районынының Ҡышлауйылға мәктәбенең директоры Әмин Шәүәлиев бүләкләнһә, Белорет ҡалаһының 20-се мәктәбендә биология уҡытыусыһы Дамира Хәлимуллинаға Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы тапшырылды. Был өлкәлә хеҙмәт итеүселәр «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы», «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған хеҙмәткәре» тигән юғары исемдәргә лә лайыҡ булды.
Мәктәпкәсә белем биреүгә арналған майҙансыҡты йомғаҡлап, Стәрлетамаҡтағы 69-сы балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе Наталья Гулёнина балалар баҡсалары педагогтары өсөн 500 мең һум күләмендә 50 грант булдырырға тәҡдим итте. Уны республика Башлығы ла хуплап, ризалашты.
– Республика Хөкүмәтенә ошо мәсьәләне өйрәнергә ҡушам. Беҙҙә кескәйҙәр менән балалар баҡсаһында эшләүселәр ҙур бер армия һәм уларға ярҙам итергә кәрәк», – тине Радий Фәрит улы.
Уҡытыусы һәм остаз йылында педагогтар ҙа иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ.
– Уҡытыусы хеҙмәтенең абруйын күтәреү өсөн байтаҡ эштәр башҡарабыҙ. «Ҡанатлан!» беренсе форумында йәш ауыл уҡытыусыларына йыл һайын ярҙам итеү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Быйылдан башлап беҙ улар өсөн йыллыҡ гранттар һанын 25-тән 150-гә тиклем арттырҙыҡ. Быйылдан дәүләт һәм туған тел уҡытыусылары өсөн премиялар һанын ике тапҡырға арттырабыҙ. Быйыл «Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы» республика конкурсы һәм «Туған телдә уҡытыу алып барылған мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы» конкурсы еңеүселәренә һәм лауреаттарына ла премиялар булдырылды, – тине республика Башлығы.
«Ҡанатлан» республика мәктәп мәғарифы форумында башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһалды, алдағы көндәргә яңы маҡсаттар билдәләнде.