2023 йылдың 5 апреленә ҡарата Башҡортостанда 14 асфальт-бетон заводы эшләй. Тағы ла 18-е 15 апрелгә тиклем сафҡа индереләсәк. Уларҙың төп бурысы - юлдарҙы ремонтлауҙы тәьмин итеү.
Республика Юл хужалығы идаралығының автомобиль юлдарын һәм яһалма ҡоролмаларҙы тәртиптә тотоу һәм транспорт хәүефһеҙлеге бүлеге етәксеһе Илсур Яҡупов Башҡортостан менән идара итеү үҙәгенән тура бәйләнештә халыҡтың һорауҙарына яуап бирҙе.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда соҡорҙарҙы һанлы форматҡа күсереп, махсус мәғлүмәт системаһына индерәләр. Ул төбәктең райондарында, Транспорт министрлығында, ҡайһы бер ойошмаларҙа һәм ЦУР-ҙа бар. "Юл инфраструктураһы өлкәһендә эштәрҙе контролдә тотоу һәм планлаштырыу системаһы" тип атала.
2023 йыл башынан алып төбәк һәм муниципаль-ара юлдарҙа йәмғеһе 15 000-дән ашыу соҡор һанлы формаға күсерелгән, шуларҙың 7 592-һе ремонтланған.
Тулыраҡ мәғлүмәт - видеояҙмала.