Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Апреля 2023, 12:13

Кемдәр бушлай уҡыу мөмкинлегенә эйә?

Рәсәй Хөкүмәте «Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү» федераль проекты сиктәрендә халыҡты бушлай уҡытыу программаһына 2, 5 миллиард һум бүлде. Был аҡса хеҙмәт баҙары өсөн кәрәкле кадрҙар әҙерләгән ойошмаларға гранттар биреү өсөн йүнәлтелә.  

Кемдәр бушлай уҡыу мөмкинлегенә эйә?Кемдәр бушлай уҡыу мөмкинлегенә эйә?
Кемдәр бушлай уҡыу мөмкинлегенә эйә?

«Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү» проектында Башҡортостанда йәшәгән 50 йәштән өлкәндәр, бәләкәй балалы ҡатындар, 35 йәшкәсә дәғүәселәрҙең айырым категориялары, шулай уҡ эшһеҙҙәр йәки эштән бушатылыу хәүефе янаған хеҙмәткәрҙәр,  ҡасаҡтар ҡатнаша ала.

Республика халҡында педагог, веб-дизайн буйынса белгес, мәктәпкәсә белем биреү педагогы, персонал менән идара итеү буйынса белгес, бухгалтер, социаль хеҙмәткәр, педагог-дефектолог, фармацевт, ашнаҡсы, бронләү буйынса агент, хеҙмәтте һаҡлау өлкәһендәге белгес кеүек һөнәри әҙерлек йүнәлештәре ҙур популярлыҡ менән файҙалана. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда йәшәүселәр 100-ҙән ашыу мәғариф программаһына иҫәп тота ала.

Уҡытыу операторҙары - Профессиональ оҫталыҡты үҫтереү агентлығы (Ворлдскиллс Рәсәй), Томск дәүләт университеты һәм Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас