Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Апреля 2023, 13:25

«Быйылғы бурыс – юғарыраҡ урындарҙы биләү»

Һуңғы биш йылда Башҡортостан Республикаһы үҙе етештергән аҙыҡ-түлек һәм эсемлек сығарыу күләме буйынса Волга буйы федераль округының тәүге биш төбәге иҫәбенә сыҡты. Быйылғы бурыс – юғарыраҡ урындарҙы биләү, тип билдәләне республика Хөкүмәте ултырышында Башҡортостан Премьер-министры Андрей Назаров.

«Быйылғы бурыс – юғарыраҡ урындарҙы биләү»«Быйылғы бурыс – юғарыраҡ урындарҙы биләү»
«Быйылғы бурыс – юғарыраҡ урындарҙы биләү»

- Дөйөм алғанда, был йүнәлешкә дәүләт ярҙамы уның тотороҡло үҫешенә булышлыҡ итте. Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса аҙыҡ-түлек етештереү индексы 103 процентҡа еткән. Һөт һәм һөт ризыҡтары, шәкәр, үҫемлек майы һәм башҡа төр продукция буйынса үҙеңде тәьмин итеү күрһәткестәре үҫә, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Андрей Назаров.

Аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәте предприятиеларына дәүләт ярҙамы, шулай уҡ дәүләт ярҙамы күрһәтеү механизмына индерелеүсе үҙгәрештәр тураһында ентекләберәк Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов һөйләне.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас