Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Апрель 2023, 10:19

Башҡортостан пенсионерҙары Белоруссияға барып ҡайта ала

 «Башҡорт-белорус оҙон ғүмерлелеге. Туризм» проекты әҙер.

Башҡортостан пенсионерҙары Белоруссияға барып ҡайта алаБашҡортостан пенсионерҙары Белоруссияға барып ҡайта ала
Башҡортостан пенсионерҙары Белоруссияға барып ҡайта ала

2020 йылдан Башҡортостанда «Башкирское долголетие. Туризм» проекты тормошҡа ашырыла. Өс йыл эсендә проектта 14 меңдән ашыу оло йәштәге пенсионер ҡатнашырға өлгөргән. 2023 йылда 20 мең кешенең ҡатнашыуы көтөлә.

Бөгөнгә туроператорҙар 53 тур тәҡдим итә. Тур программалары республикабыҙҙың иҫтәлекле урындары буйлап үтә, төрлө сараларға йөрөү ҡаралған. Быйыл Хөкүмәт проект географияһын киңәйтергә һәм пенсионерҙарға сит илгә сәйәхәт итеү мөмкинлеге булдырырға ниәтләй.

– Бөгөнгә «Башҡорт-белорус оҙон ғүмерлелеге. Туризм» проекты тормошҡа ашыра башлауға әҙер. Уның буйынса пенсионерҙар Беларусь республикаһына барып ҡайтырға мөмкин. Республика бюджетынан бер кешегә 15-шәр мең һум аҡса бүленә. Бындай проектты Абхазия менән дә төҙөргә кәрәк. Был партнерлыҡ мөнәсәбәттәрен булдырыуға булышлыҡ итәсәк, - тип белдерҙе Рустем Афзалов.

Шулай уҡ Үзбәкстанға һәм Иранға экскурсиялар ойошторола башлаясаҡ, уларҙың маҡсаты – мәҙәни, гастрономик традициялар һәм Көнсығыш архитектураһы менән таныштырыу. Бөгөн Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы был йүнәлештә туристар ағымын арттырыу өҫтөндә эшләй.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас