Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Апрель 2023, 10:10

Бот сабып көлөргә әҙерһегеҙме?

Өфөлә "Уфтанма" стендап-кисәһе үтә.

Бот сабып көлөргә әҙерһегеҙме?Бот сабып көлөргә әҙерһегеҙме?
Бот сабып көлөргә әҙерһегеҙме?

"Һөйөнөслө ваҡиға, дуҫтар,милләттәштәр! 7 апрелдә "УФТАНМА" башҡорт ижадханаһының сираттағы сараһы Stand-Up форматында үтәсәк. Унда Stand-Uper сифатында Шәһит Хамматов, Нияз Абдуллин, Рәлиә Йәһүҙина (Рәлиә Королек),Розалина Ибраһимова,Зөлфәр Әхмәтов ,АЛИШЕР,Урал Бикбов ,Артур Ягафаров(башкирский китаец) ҡатнашасаҡ. Улар үҙҙәренең тормошонан ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе тоҙло-боросло, матур-татлы итеп тамашасыға һөйләргә вәғәҙәләй.

"УФТАНМА" башҡорт ижадханаһының сираттағы сараһын Stand-Upҡа йүнәлтергә булды, сөнки был жанр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең башҡорт йәштәре араһында һуңғы арала ни өсөндөр юғалып ҡалды, шуға ла уны ҡабаттан тергеҙергә уй-ниәт бар", - тип хәбәр итә актер Шәһит Хамматов.

Сара 7 апрель 19:00 сәғәттә Кустарная урамы, 17-се йорт адресы буйынса үтәсәк.
Билеттар алыуҙа Пушкин картаһы программаһы эшләй: https://rcntrb.com/ru/anons/meropriyatiya-po-pushkins..
Белешмәләр өсөн телефон: 8 (927) 333-95-56.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас