Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Апрель 2023, 05:36

Барыһы ла өмәгә!

Радий Хәбиров республика халҡына мөрәжәғәт итте.

Барыһы ла өмәгә!Барыһы ла өмәгә!
Барыһы ла өмәгә!

- Был аҙнала Башҡортостанда өмәләр миҙгеле башланды. Рәсми рәүештә – кисә, 1 апрелдә. Күп ҡар иреп бөткән муниципалитеттар эште иртәрәк башланы.

Яҙын эш күп – өмәселәр ҡар таҙарта, былтырғы сүп-сарҙы йыйҙы, ағас ботаҡтарын ҡырҡты, урамдарҙы бысраҡтан таҙартты.

Бына тәүге һөҙөмтәләр:

- 19 100 кубометр ҡар һәм 4 500 тонна сүп-сар сығарылған

- өмәләр дөйөм 10 790 кв.м майҙанда үткән

- 73 712 кеше һәм 1513 берәмек техника ҡатнашҡан

Өмәлә ҡатнашҡан һәр кемгә рәхмәт. Алда күп өмәләр һәм «Зеленая Башкирия» акцияһы үтәсәк. Ул 29 апрелдән 13 майға тиклем бара. ю24 мең ағас ултыртасаҡбыҙ, 48 тематик аллея булдырыласаҡ, - тип яҙҙы социаль селтәрҙә республика етәксеһе.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас