

Көндөҙгө сәғәт бергә ҡарата.
1. Ҡариҙел йылғаһы, Өфө районының Шаҡша ауылы, һыу кимәле 212 см (+ 118 см, максималь кимәле 830 см)
2. Ағиҙел йылғаһы, Салауат ҡалаһы, һыу кимәле 250 см, (+ 76 см, максималь кимәле 583 см)
3. Юрмаш йылғаһы, Өфө районы, һыу кимәле 169 см (+ 64 см, максималь кимәле 343 см)
Туғыҙ һыу баҫыу осрағы контролгә алынған.
Хәл тотороҡланыуға бәйле юлдар асылған: Белорет районының Егәҙе - Баҡый юлы, Сәрмән - Амангилде - Баймаҡ юлы ( Ҡуянтау ауылы янында).
Башҡортостан белгестәре автоматлаштырылған система, Ка-32 вертолеты һәм пилотһыҙ осҡостар ярҙамында ташҡынға бәйле хәлде күҙәтә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты мониторинг барышы менән тура эфирҙа таныштыра: http://portal.introgis.com/CoGIS/FloodRB#.