Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Апрель 2023, 11:26

Башҡортостан уҡыусылары юғары инженер-техник белем алыуға әҙерләнә ала

Был республикалағы һәм илдәге техник вуздарҙың буласаҡ абитуриенттары һанын арттырырға мөмкинлек бирәсәк.

Башҡортостан уҡыусылары  юғары инженер-техник белем алыуға әҙерләнә алаБашҡортостан уҡыусылары  юғары инженер-техник белем алыуға әҙерләнә ала
Башҡортостан уҡыусылары юғары инженер-техник белем алыуға әҙерләнә ала

 Буласаҡ инженерҙарҙы нисек әҙерләйәсәктәр

Белем биреү программаһына
математика, физика һәм информатика, электроника, робототехника, мехатроника, 3D-модель эшләү, инженерлыҡ графикаһы, прототип, авиамодель эшләү, авиатөҙөлөш һәм пилотһыҙ авиация системалары өлкәһендә белем нигеҙҙәре, станоктарҙа һәм үлсәү приборҙары менән эшләү күнекмәләре индерелгән.

💡 Остаздар менән шөғөлләнеү һөҙөмтәһендә балалар:

  мәсәьәләләрҙе производствола хәл итергә өйрәнәсәк
  үҙҙәрен уйлап табыу эшендә һәм тикшеренеүҙәрҙә һынап ҡараясаҡ
  ысынбарлыҡтағы инженерлыҡ проекттары өҫтөндә эшләй аласаҡ

Был эш биреүселәр айырыуса өҫтөнлөк биргән коммуникатив һәләттәрҙе үҫтерергә һәм командала эшләү тәжрибәһе тупларға ярҙам итәсәк.

❓ Буласаҡ инженерҙарҙы кем уҡыта

Балалар менән күңелен биреп эшләгән Өфө фән һәм технологиялар университеты белгестәре уҡытасаҡ. Улар уҡыусыларҙы бөтә инженерлыҡ белгеслектәре һәм уларҙың үҙенсәлектәре менән таныштырыу системаһын булдырған.

💬 Инженерлыҡ кластары проекты «мәктәп-вуз-предприятие» берҙәм сылбырында өҙлөкһөҙ белем биреү моделен практикала тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирә. Ул төбәктең юғары технологиялы предприятиеларының кадрҙар потенциалын нығытыу өсөн шарттар тыуҙырасаҡ, - ти Өфө фән һәм технологиялар университеты ректоры вазифаһын башҡарыусы Вадим Захаров.

❗Авиация профилендәге инженерлыҡ класына уҡырға инеү мөмкинлектәрен киләһе поста аңлатырбыҙ. Яңылыҡтарҙы ҡарап барығыҙ!

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас