Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Март 2023, 10:30

Республикабыҙҙа ата-әсәләр форумы үтәсәк

8 – 9 апрелдә «Торатау» конгресс-холында «Хәҙерге заман ата-әсәләре» форумы үтәсәк.

Республикабыҙҙа ата-әсәләр форумы үтәсәкРеспубликабыҙҙа ата-әсәләр форумы үтәсәк
Республикабыҙҙа ата-әсәләр форумы үтәсәк

Унда балаларҙы тәрбиәләү, уларҙың һәләттәрен үҫтереү менән бәйле көнүҙәк мәсьәләләр тикшереләсәк. Программа буйынса 8 апрелдә «Ата-әсәләр мәғарифы көнө» үтәсәк, унда «Хәҙерге заман балаһын тәрбиәләү трендтары. Ниндәй ҡиммәттәр тәрбиәләү, ниндәй һәләттәр тәрбиәләү», «Баланы тәрбиәләү: мөхәббәт нисек мейене формалаштыра»», «Әгәр бала бер ни ҙә теләмәй икән», «Балала уҡыуға һөйөү тәрбиәләүҙең ете ысулы» һәм башҡа бик күп темалар ҡараласаҡ.

Шулай уҡ 8 апрелдә «Тиҙлек», «Каллиграфия», «Китап клубы», «Менталь арифметика» кеүек оҫталыҡ дәрестәре ойошторола.

9 апрель «Берлектәге йәкшәмбе» – ата-әсәләр һәм балалар өсөн файҙалы эштәр көнө, уның буйынса төп өҫтәмә белем биреү ойошмаларынан оҫталыҡ дәрестәре, шулай уҡ һөнәри йүнәлеш һынауҙары ҡаралған.

Форум ҡунаҡтары өсөн профессиональ психологтар һәм докладсылар сығыш яһаясаҡ: Форум ҡунаҡтары һәм ҡатнашыусылары Мәғариф һәм фән министрлығы белгестәренә һәм саҡырылған эксперттарға тәрбиә һәм белем биреүгә бәйле үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирә, түңәрәк өҫтәлдәрҙә, асыҡ микрофондарҙа ҡатнаша аласаҡ. Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн төрлө оҫталыҡ дәрестәре, асыҡ дәрестәр, семинарҙар ойошторола.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас