

Студент отрядтарында тороусыларҙы һөнәри уҡытыу буйынса белем биреү эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыусы ойошмалар өсөн гранттар биреү буйынса конкурс һайлап алыуының төп ағымы старт алды.
Быйыл яҙ күп студенттар төҙөлөш тармағында, педагогик эшмәкәрлектә, хеҙмәтләндереү һәм туризм өлкәһендә бер нисә йүнәлеш буйынса һөҙөмтәле һәм квалификациялы профессиональ белем алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ.
Уҡыуҙан һуң студенттар отрядтарында тороусылар йәйге осорҙа төбәк, төбәк-ара, бөтә Рәсәй кимәлендәге объекттарға эшкә урынлаштырыласаҡ. Мәҫәлән, Газпром, Росатом асыҡ акцие йәмғиәттәре һәм башҡа ҙур предприятиелар.
Бындай уҡытыу Башҡортостанда һөнәри белем биреүҙе үҫтереү өсөн мөһим ваҡиға булып тора. Ул студент отрядтарында ҡатнашыусыларҙың квалификацияһын күтәреүгә һәм төбәктә белем биреү проекттарын үҫтереүгә булышлыҡ итә. Был халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыу һәм төбәк иҡтисадын үҫтереү юлында мөһим аҙым булып тора.
Һеҙҙе анкета тултырырға һәм Башҡортостан Республикаһының студент отрядтарында уҡыу үтергә саҡырабыҙ:
https://docs.google.com/forms/d/e/1FAIpQLSdgjKaNUP2j96VL_aGqtvvSa74_2g9oAZBoMgtCAw6-fuJBoQ/viewform.
Фото: Т. АМАНОВ.