Бөгөнгә 8 муниципаль берәмектә 10 һыу баҫыу осрағы теркәлгән (10 ихата, 6 юл участкаһы, 2 күпер) – барыһы ла Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты контролендә.
Иртәнсәккә ҡарата мәғлүмәттәр:
1. Өфөлә Ағиҙел йылғаһы (Дуҫлыҡ Монументы районы) +127 см, үҙәненән 550 см-ға сыҡҡан, ағымдағы кимәле 475.
2. Көйөргәҙе районы, Ағиҙел йылғаһы +64 см, үҙәненән сыҡҡан кимәле 447 см, ағымдағы кимәле 213.
3. Благовещен районы, Ҡариҙел йылғаһы (Уҡман посы) 53 см-ға күтәрелгән. Ағымдағы кимәле 297. Максималь кимәле 567 см-ға тиклем етергә мөмкин.
Бөгөн "Сәләм" тапшырыуында ЦУР-ҙан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат секретаре Альбина Вәлиева яҙғы ташҡын буйынса оператив мәғлүмәттәр менән уртаҡлашты.
Комитет ял көндәрендә һаҡ булырға кәңәш итә:
- Боҙ тығылған урынға яҡын бармаҫҡа.
- Һалдарҙа, бүрәнәлә йөҙөү һәм йөҙөп барған боҙға баҫыу тыйыла.
- Йылға ярына яҡын бармаҫҡа — емерелеп төшөп китергә мөмкин.
- Шулай уҡ һыуһаҡлағыстарҙа һәм күлдәрҙә боҙға сығыу тыйыла.
Ата-әсәләр иғтибарына! Балаларҙы һыу объекттарына яҡын ебәрмәгеҙ, йылға-күл буйында уйнауҙы тыйығыҙ. Ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуғанда тиҙ арала 112 хеҙмәтенә шылтыратығыҙ.