29 марттың иртәһенә ҡарата Башҡортостан йылғаларының кимәле:
Эҫем йылғаһы +98 см. – Иглин районы
Өршәк йылғаһы +96 – Дәүләкән районы
Инйәр йылғаһы +66 сантиметр – Архангел районы
БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Лилиә Кәримова Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Сәләм» тапшырыуында яҙғы ташҡынға бәйле оператив мәғлүмәттәр менән уртаҡлашты.
29 мартҡа ҡарата 7 һыу баҫыу осрағы теркәлгән:
– Бишбүләк районында күпер
– Сибай-Төйәләҫ юлы
– Күгәрсен районында 9 ихата биләмәһе
– Иглин районында ике юл участкаһы
– Миәкә районында күпер
– Дәүләкән районында күпер
Тулыраҡ мәғлүмәт – видеояҙмала, ҡарағыҙ!