

– Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, мәктәп биналарын яңыртыу буйынса федераль программаны тормошҡа ашырыуҙы дауам итәбеҙ. 2022 йылда уның буйынса 63 бинаны тәртипкә килтерҙек, шул иҫәптән 59 мәктәптә ашхана һәм аҙыҡ-түлек блоктары ремонтланды һәм йыһазландырылды. Әгәр былтыр ошо мәсьәләне хәл итеү өсөн федераль ҡаҙнанан 2,94 миллиард һум алһаҡ, быйыл – 3,6 миллиард һум. Тағы ла 640 миллион һум республика ҡаҙнаһынан бүленә. Быйылға капиталь ремонт планына ингән һәр мәктәп буйынса план-график төҙөлгән. Ремонт эштәренең үтәлешен даими күҙәтеп барасаҡбыҙ.
Ремонт ваҡытында балаларҙы башҡа мәктәптәргә күсерәбеҙ. Ундай мөмкинлеге булмаған ерҙә башҡа яраҡлы биналарҙа - балалар баҡсаларында, колледждарҙа, мәҙәниәт йорттарында уҡытыу процесын ойошторабыҙ. Уҡыусыларҙың бер өлөшө өйҙән уҡый.
Бының күп ваҡыт уңайлы булмауын аңлайым, әммә балаларға, уларҙың ата-әсәләренә һәм уҡытыусыларына ваҡытлыса ауырлыҡтарға түҙеп тороуҙарын һорайым. Республика буйлап эш сәфәрҙәрендә йыш ҡына миңә президент программаһы буйынса ремонт яһаған мәктәптәрҙе күрһәтеүҙәрен һорайым һәм һөҙөмтә һәр ваҡыт яҡшы, мәктәптәр танымаҫлыҡ булып үҙгәрә, – тип яҙа республика Башлығы Радий Хәбиров.
Фото: Т. АМАНОВ.