Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Март 2023, 02:30

Бөгөн — Мәрйәм Бураҡаеваға 80

Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Бураҡаева 1943 йылдың 27 мартында Башҡорт АССР-ы (1992 йылдың 25 февраленән — Башҡортостан Республикаһы) Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында тыуған.   Дауамы сайтта. #Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы.

Бөгөн — Мәрйәм Бураҡаеваға 80Бөгөн — Мәрйәм Бураҡаеваға 80
Бөгөн — Мәрйәм Бураҡаеваға 80

Урта белем алғас, Башҡорт дәүләт университеты филология факультетының башҡорт-рус бүлеген тамамлай. Хеҙмәт юлын уҡытыусы булып башлай. Аҙаҡ уның журналислыҡ, уҡытыусылыҡ һәм яҙыусылыҡ эштәре аралашып бара. Артабан — профессиональ яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәре.

Бураҡаева Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы (27 март 1943 йыл) — башҡорт журналисы, яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре. 1981 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993), Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2002). Зәйнәб Биишева (2002) һәм Рәми Ғарипов исемендәге (2005) премиялар лауреаты. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2013).

 

"Башҡорт Википедияһы."

Юлай Кәримов фотоһы.

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас