Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Март 2023, 11:40

Вәт, афариндар!

Учалы тау сәнәғәте колледжы урта һөнәри белем биреү гимнын булдырыу буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында һәм «Профессионалитет» федераль проектында  еңеү яуланы. Хәҙер иһә Башҡортостанда яҙылған гимнды бөтә Рәсәйҙәге колледж студенттары башҡарасаҡ.

Вәт, афариндар!
Вәт, афариндар!

Конкурста ҡатнашыу өсөн «Профессионалитет» проектының мәғәнәүи йүнәлешен сағылдырған аудиокомпозиция тәҡдим итергә кәрәк ине. Конкурстың ойоштороусыһы - Профессиональ белем биреүҙе үҫтереү институты. Илдең мәғариф-производство кластерҙары конкурста ҡатнашыуға 200-ҙән ашыу ғариза биргән.

Конкурстың ойоштороу комитеты кәңәшмәһе йомғаҡтары буйынса Башҡортостандың Учалы тау сәнәғәте колледжы еңеүсе тип танылды. Шул рәүешле колледж Рәсәй урта һөнәри белем биреү системаһы тарихында тәүге рәсми гимндың авторы булды.

Гимндың һүҙҙәре һәм музыкаһы авторы - Денис һәм Миләүшә Зариповтар, аранжировканы Айҙар Хәмзин эшләгән, йырҙы Вадим Моратшин башҡара.

Гимнды эшләүҙә колледж студенттары һәм уҡытыусылары, "Профессионалитет" проектының амбассадорҙары әүҙем ҡатнашҡан. Колледждың стратегик партнеры - "Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты" акционерҙар йәмғиәте бик мөһим ярҙам күрһәткән.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: