Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Март 2023, 14:24

Яҡташыбыҙ трансгендерҙан еңелгән

Тәүбә, тиерһегеҙ. Ошо көндәрҙә бокс буйынса донъя чемпионатында (унда беҙҙекеләр ил флагы аҫтында сығыш яһаны) ғибрәт хәл булған. 

Туймазы ҡыҙы трансгендерҙан еңелгән
Туймазы ҡыҙы трансгендерҙан еңелгән

Бер турҙа Октябрьскийҙан боксер Азалия Әминеваға ҡаршы Алжир тигән илдән енесен алыштырған егет сығып баҫҡан. Яҡташыбыҙ бирешмәгән, шулай ҙа судъялар еңеүҙе теге әҙәмгә биргән. Беҙҙекеләр ғауға ҡуптарғас, ДНК-тест үткәргәндәр. Ысынлап та тегенең егет булыуы асыҡланған, ярыштан сығарғандар. Бынан алда ярыштың тәүге өлөшөндә яҡташыбыҙ Беларусь спортсыһын еңеп, алтынға лайыҡ булғайны.

Трансгендер икәнлеге фотонан уҡ күренеп тора, шулай бит?

Туймазы ҡыҙы трансгендерҙан еңелгән
Туймазы ҡыҙы трансгендерҙан еңелгән
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: