Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Март 2023, 11:15

Тарихи-мәҙәни мираҫты һаҡлауға ҙур өлөш индерә

Фәнисә Фәрит ҡыҙы Архангел районындағы Орловка ауыл мәҙәниәт йортоноң биҙәү-ҡулланма сәнғәте клубын етәкләй. Ул 15 йылдан ашыу туҡыусылыҡ менән шөғөлләнә һәм урындағы балаларҙы ла был шөғөлгә өйрәтә. «Бәйләнештә» селтәрендәге сәхифәһендә  оҫтабикә менән республика Башлығы Радий Хәбиров таныштыра.

Тарихи-мәҙәни мираҫты һаҡлауға ҙур өлөш индерә
Тарихи-мәҙәни мираҫты һаҡлауға ҙур өлөш индерә

Фәнисә Фәрит ҡыҙының ире Алексей Николаевич хәләл ефетенә ярҙам итә: туҡыусылыҡ өсөн станоктар эшләй һәм ойоштороу мәсьәләләрен хәл итә. Гольцовтар ғаиләһендә бындай ҡыҙыҡһыныу ике яҡтан да өләсәйҙәренән килә. Уларҙың кейемдәре, аш-һыуҙары, ашъяулыҡтары өйҙә һаман һаҡланып ҡалған. Өлкән ҡыҙҙары Эльвира ла туҡыусылыҡ эшен оҡшата, ул Ырымбур өлкәһенең Медногорск ҡалаһында уҡыта.

- Фәнисә Фәрит ҡыҙы тарихи-мәҙәни мираҫты һаҡлауға, халыҡ ижадын популярлаштырыуға һәм үҫтереүгә ҙур өлөш индерә. Балаҫ һуғыуҙы тергеҙеү буйынса семинарҙар, оҫталыҡ дәрестәре үткәрә. Уның эштәре Архангел районының брендына әүерелде. Фәнисә Гольцованың төрлө фестивалдәр һәм конкурстар наградалары, почет грамоталары күп. 2021 йылда уға «Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исеме бирелде. Фәнисә Фәрит ҡыҙын һәм барлыҡ мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен байрам менән ҡотлайым! Ныҡлы һаулыҡ, тыныслыҡ һәм изгелек теләйем! - ти Радий Фәрит улы.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: