Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Март 2023, 16:30

Шундай ҡанһыҙ әҙәмдәр була ла инде

Нисек тере йән эйәһен сүп-сар контейнерына сығарып ташламаҡ кәрәк инде! Ярай бәхеткә күрә ҡуян иҫән ҡалған.

Шундай ҡанһыҙ әҙәмдәр була ла инде
Шундай ҡанһыҙ әҙәмдәр була ла инде

Был бәғерһеҙ әҙәмгә ҡуяны ни менән оҡшамағандыр. Әллә йылы насар башландымы икән, аңламаҫһың.

«Ғәҙәттә сүп-сарҙы сорттарға айырыуға тиклем бындай йәнлектәр иҫән-һау барып етмәй. Сүп-сар ташыу машинаһы эсендә ҙурыраҡ һыйҙырышлы ҡалдыҡтар өсөн пресс ҡуйылған», - тип һөйләне төбәк операторы һәм йәнлекте урынлаштырырға кәрәк булһа, ирекмәндәргә мөрәжәғәт итергә саҡырҙы.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: