Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Март 2023, 16:00

Республика халҡы «Рәсәй һыуы» конкурсында ҡатнашырға саҡырыла

Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ул быйыл ете номинация буйынса үткәрелә.

Республика халҡы «Рәсәй һыуы» конкурсында ҡатнашырға саҡырыла
Республика халҡы «Рәсәй һыуы» конкурсында ҡатнашырға саҡырыла

Шуларҙың дүртәүһе - шәхси һәм өсәүһе - команда. Тулыраҡ мәғлүмәтте ошо сайтта уҡырға мөмкин. Бер йәки бер нисә номинацияны һайлап алырға мөмкин. Видеоэштәр, файҙалы экологик ғәҙәттәр, сүп-сарҙы файҙаланыу мөмкинлектәре хаҡында һөйләргә мөмкин.

Ғаризалар һәм конкурс эштәре әлеге йылдың 30 майына тиклем ҡабул ителә. Тәүге 1000 ҡатнашыусыға  «Рәсәй һыуы» акцияһының символикаһы төшөрөлгән ирекмән  йыйылмаһы тапшырыла. Еңеүселәрҙең исемдәре  1 авгусҡа тиклем билдәле буласаҡ.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: