Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Март 2023, 13:00

Ниһайәт, ейәнсәр өләсәһе менән осрашҡан!

Интернет селтәрендә ҡыш башында Ейәнсура районынан Хәйбулла районының Әбүбәкер ауылына өләсәһе менән ҡартатаһына ҡунаҡҡа килеп, «Айыҡ ауыл» тип клубтан ҡайтып инмәгән өләсәһен тап итә алмаған Айсулпан Тоҡомбәтованың мажаралы видеоһы киң таралғайны. Ниһайәт, улар осрашҡан!

Ниһайәт, ейәнсәр  өләсәһе менән осрашҡан!
Ниһайәт, ейәнсәр өләсәһе менән осрашҡан!

Әбүбәкер ауылы халҡын ҡырмыҫҡа иләүендәй мыжғытҡан, шау-гөр килтергән "Айыҡ ауыл" конкурсы аҙағына яҡынлаша. Алтынсы апрель көнө улар Өфөлә ауыл намыҫын яҡлап, конкурс һөҙөмтәләре буйынса тапшырылған материалдарҙы яҡлаясаҡ. Ә әлегә әбүбәкерҙәр  конкурс шарттары буйынса әҙерләнгән видеопрезентацияны тәҡдим итә. Биш минутлыҡ ролик эсендә конкурс барышының иң сағыу мәлдәре урын алған. Башҡарған эштәре, изге ниәт-ғәмәлдәре уңышлы булһын әбүбәкерҙәрҙең! Конкурста еңеп сығырға яҙһын!

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: