Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Март 2023, 15:00

Хәрби хеҙмәткә контракт төҙөү өсөн үҙең менән ниндәй документтар алыу мотлаҡ?

Контракт буйынса хәрби хеҙмәт үтергә теләк белдергән Башҡортостан кешеләре түбәндәге документтарҙы тапшырырға тейеш.

Хәрби хеҙмәткә контракт төҙөү өсөн үҙең менән ниндәй документтар алыу мотлаҡ?
Хәрби хеҙмәткә контракт төҙөү өсөн үҙең менән ниндәй документтар алыу мотлаҡ?

- фото 9х12 (1 дана), фото 3х4 (4 дана);
- ике данала автобиография (яҙма һәм баҫма төрҙә);
- белемен раҫлаған документтарҙың күсермәһе;
- эш урынынан хеҙмәт характеристикаһы;
-кандидаттың тыуыу тураһындағы таныҡлығының күсермәһе;
- никах, никахты тарҡатыу һәм бала тыуыу тураһындағы таныҡлыҡтарҙың (булған осраҡта) күсермәһе;
- участка полиция хеҙмәткәренән характеристика;
- паспорт күсермәһе (яҙыу булған бөтә биттәре);
- хәрби билет күсермәһе (яҙыу булған барлыҡ биттәре);
- хеҙмәт кенәгәһе күсермәһе (яҙмалары булған бөтә биттәре);
- ИНН күсермәһе;
- банк картаһы реквизиттары (мотлаҡ МИР түләү системаһы булырға тейеш)

Контракт төҙөү өсөн:
- иҫәптә торған урын буйынса хәрби комиссариатҡа (комиссариаттарҙың исемлеге һылтанмала бирелә: https://clck.ru/33qV9P);

- контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пунктына мөрәжәғәт итергә була: Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 156 , тел.: 8 (347) 248-29-31, 248-18-63

Шулай уҡ:

- Рәсәй Оборона министрлығының рәсми сайтындағы шәхси кабинет аша lkg.mil.ru
- Дәүләт хеҙмәттәре порталында «Ирекмән булып йәки контракт буйынса хеҙмәт итеү» сервисы ярҙамында ла gosuslugi.ru ғариза биреү мөмкинлеге бар.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: