Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Март 2023, 19:30

Эш рух ныҡлығында

Ейәнсура егете Ғәли Ҡарабашев Мариуполь ҡалаһын азат иткәндә 2 балалы ҡатынды үҙенең бронжилетын һәм каскаһын кейҙереп емерек йорттан алып сыға.

Эш рух ныҡлығында
Эш рух ныҡлығында

Ҡыйыу Ейәнсура егете Ғәли Ҡарабашевтың СВО-ла күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы хаҡында гәзитебеҙ уҡыусыһы Ғайса Ишмөхәмәтов яҙған:

«Ул беҙҙең алда ҡурай уйнап ултыра."Азамат"ты уйнап бөткәс, һүҙҙәрен дә әйтеп ҡуйҙы: бына ҡайҙа ул башҡорт рухы! Иртәгәһенә ҡурайын тағы уйнаны: республиканан ҙур сараға йыйылған уҡытыусылар алдында оҫталыҡ дәресендә халҡымдың аһ-зарын ишеттерҙе. Бөтәһенең дә күҙҙәре йәшкә мансылды.

"15 йыл ҡулыма алмаған ҡурайҙы кисә Ғайса ағай ҡулыма тотторҙо", -тип аптыратып та ҡуйҙы. Аңларға була Ғәлиҙе, 2007 йылдан алып әрме сафында бит. Уның эргәһендә үҙемде ғорур ҙа, ышаныслы ла тотам, ләкин үҙебеҙҙең ни тиклем "бәләкәй" кеше булыуыбыҙҙы ла тоям. Юҡ, эш кәүҙәлә генә түгел, ә бөйөклөктә, мөһимлектә, рухи көслөлөктә! Мөһабәт кәүҙәле ул: һуғышып йөрөгәнендә 85 кг ауырлыҡта булһам, ә хәҙер 90 кг тирәһе тартам, ти. Һуғыш кәрәк-яраҡтары менән 175 килограмға барып етәм, тип беҙҙе иҫәңгерәтеп тә алды. Ошо ауырлыҡ менән яралы иптәшен 15 саҡрым тирәһе күтәреп тә, һөйрәп тә алып барған, ләкин бер туҡтауһыҙ атыуҙарына ҡарамаҫтан ҡотҡарған. Үҙенең аяғы яралы көйөнсә башҡара ул был ҡаһарманлыҡты.

Хәҙер ҙә шул аяғында оҙаҡ баҫып тора алмай, үҙе һиҙҙермәҫкә тырыша. Төпсөнөргә ярата торған насар ғәҙәтем бар шул. Уң ҡулындағы яра эҙҙәрен күреп ҡалдым да һорап ҡуйҙым.

"Юҡ. Үтә сыҡманы ул пуля... Ҡыпһыуыр менән һурып алып ташланым", - тигәндән һуң икебеҙ ҙә һүҙһеҙ ҡалып ултыра бирҙек әле.

 — Хоҙайға ышанаһығыҙмы? - тип һорарға булдым белә тороп.

"Ышанам. Һеҙҙең алдығыҙҙа ултырмаҫ инем. Хәл-ваҡиғалар шулай ҡуша. Окопта атеистар юҡ. Кеше Хоҙайға ышанмаһа, шайтанға ышана башлай", — тигән һүҙҙәрҙән һуң тәрән уйҙарға сумдыҡ...

Ғәли аҡыллы ла, фекерле лә уҙаман икән. Ә бит мәктәптә уртаса уҡыған, бер аҙ шаянлығы, дыуамаллығы ла булған ғәҙәти ауыл малайы. Үткер, аҡыллы, етеҙлеге лә, бөхтәлеге лә күренеп тора.

Минең менән ике көн бергә йөрөгән Ришат ҡорҙашым да: "Мин өлгөрмәйем,ә ул бер минутҡа ла һуңламай", - тине миңә аҙаҡтан. Ошо сифаттарым һуғышта ярҙам итә лә инде, ти әңгәмәсем.

"Атыу позициямды йыш алыштырам, онотолоп китмәйем!" - тип тә өҫтәй.

Диңгеҙ пехотинецтарының девизы менән йәшәй: "Там где мы-там победа!";"Лучше смерть - чем бесчестие!"  Мариуполь ҡалаһын азат иткәндә 33 йәшлек ҡатынға, 11 йәшлек малайға һәм 6 йәшлек ҡыҙға үҙенең бронжилетын һәм каскаһын кейҙереп йорттоң 6-сы ҡатынан алып сыға. Уларҙың ишектәре шартлау емереклектәре аҫтында бикләнеп ҡалған була. Тегеләрҙең тағы атыуынан һуң ғына ишек кәсәге менән ҡуша ҡолай. Дүрт көн ҡамауҙа бикләнеп ҡалғандарҙы нисек ҡалдырып китәһең инде? Командирҙарының был йортто тиҙерәк ташлап китергә, тигән бойороҡтарын да ишетмәҫ өсөн, хатта рацияһының шнурын да һурып торорға тура килә уға.

Бер туҡтауһыҙ атылып торған 300 метр араны бер ҡулы менән автоматтан ата-ата, төтөн шашкаларын ырғыта-ырғыта барыу ғына ярҙам итә лә инде тере ҡалырға бөтәһенә лә.

"Ошо ҡатындың, балаларҙың тауыштарын ишеткәндә әсәйем күҙ алдыма килде", - тип өҫтәне лә Ғәли тышҡа сығып китте. Бер аҙҙан мин дә сыҡтым, һөйләшмәйбеҙ. Ул алыҫтағы тауҙарға ҡараған да тәмәкеһен көйрәтә, һурып-һурып ала ла тағы тауҙарына текәлә... Нимә уйлайҙыр? Мин дә уйҙарыма сумдым: ил яҙмышы, ирҙәр - ил терәге, намыҫ, выждан... Уйланырлыҡ та шул!.. Ә әлегә миңә Ғәлиҙең шиғри-көндәлегендәге яҙмаларҙы уҡыйһы, ундағы кисерештәр, яҙмыштар менән бер нисә көн йәшәйһе бар: ваҡыт кәрәк, барыһына ла ваҡыт кәрәк...

Эш рух ныҡлығында
Эш рух ныҡлығында
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: