Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Март 2023, 18:52

Ҡубыяҙда яңы мәктәп буласаҡ

24 мартта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Асҡын районының Ҡубыяҙ ауылы мәктәбен барып ҡараны.

Ҡубыяҙда яңы мәктәп буласаҡҠубыяҙда яңы мәктәп буласаҡ
Ҡубыяҙда яңы мәктәп буласаҡ

Бында балалар 1965 һәм 1988 йылдарҙа төҙөлгән бер ҡатлы ағас мәктәптәрҙә уҡый. Төп уҡыу йорто авариялы тип танылған. 100 балаға иҫәпләнгән белем усағында бөтәһе 151 бала уҡый. 

Мәктәп директоры Азат Әхмәтйәнов әйтеүенсә, апрелдә яңы мәғариф комплексы төҙөлә башлаясаҡ. Унда 120 урынлыҡ мәктәп, ашхана, спорт залы, медицина блогы һәм 60 урынлыҡ балалар баҡсаһы урынлашасаҡ.

Проекттың дөйөм хаҡы – 316,4 млн һум. Объект Республика адреслы инвестиция программаһына индерелгән. Мәктәп 2024 йыл аҙағына файҙаланыуға тапшырыласаҡ.

Радий Хәбиров иҫке мәктәптә булды, ашхананы һәм спорт залын ҡараны. Аралашыу барышында педагогтар төбәк етәксеһенән мәктәп биләмәһендә автобус өсөн йылы гараж төҙөтөүҙе һораны. Радий Хәбиров район хакимиәтенә күрһәтмәләр бирҙе.

– Ҡубыяҙ – уникаль ауыл. Был ауыл 1560 йылдарҙағы уҡ документтарҙа телгә алынған. Ауыл халҡы күптән яңы мәктәп һорай, бөгөн уның проектын ҡараныҡ. Бындай мәктәптәрҙә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың киләсәге үҫә. Ошо мәктәптә уҡыған балалар бөгөн ил һаҡлай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар араһында һәләк булыусылар ҙа, геройҙар ҙа бар. Бындай ҙур ауылдарҙа беҙ мәктәптәрҙе һаҡларға тейешбеҙ, – тине ул.

Ҡубыяҙда яңы мәктәп буласаҡ
Ҡубыяҙда яңы мәктәп буласаҡ
Ҡубыяҙда яңы мәктәп буласаҡ
Ҡубыяҙда яңы мәктәп буласаҡ
Ҡубыяҙда яңы мәктәп буласаҡ
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас