Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Март 2023, 14:01

Радий Хәбиров «Танып» шифаханаһының дауалау мөмкинлеген баһаланы

Радий Хәбиров Асҡын районына эш сәфәре барышында «Танып» шифаханаһында ла булды. Уның төп дауалау факторҙары - минераль һыуҙар һәм континенталь урман климаты.

Радий Хәбиров «Танып» шифаханаһының дауалау мөмкинлеген баһаланы
Радий Хәбиров «Танып» шифаханаһының дауалау мөмкинлеген баһаланы

Һауыҡтырыу учреждениеһында - мансардалы ике биш ҡатлы торлаҡ корпусы, дауалау-диагностика блогы, һыу менән дауалау үҙәге, ял итеү үҙәге. Бөтә корпустар ҙа үҙ-ара йылы үткәүелдәр менән тоташа. Шифаханала 218 кеше һыя.

«Танып» шифаханаһында һөйәк-мускул системаһы, аш һеңдереү ағзалары, тире, тын алыу органдары, нервы һәм эндокрин системалары, ҡан әйләнеше ауырыуҙарын дауалау үткәрелә. Учреждение «Рәсәйҙең иң яҡшы 100 шифаханаһы» федераль рейтингы буйынса илдең иң яҡшы 30 шифаханаһы иҫәбенә инә.

Радий Хәбиров минераль һыу ҡойоу цехын да ҡараны. Шифахана был йүнәлеште 2013 йылдан алып үҫтерә. Тәүлегенә бында 10 мең литр самаһы дауалау-ашхана һәм шишмә һыуы сығарыла, уны Башҡортостан, Татарстан, Свердловск һәм Силәбе өлкәләре, шулай уҡ Пермь крайы магазиндарында һаталар.

–Рәсәй төбәктәренең бик аҙы ғына беҙҙең республикалағы кеүек шифаханалары менән маҡтана ала. Башҡортостанда шифаханалар селтәре булдырылған, - тип билдәләне Радий Хәбиров. – «Танып» – районды барлыҡҡа килтереүсе предприятиеларҙың береһе, ә бында Асҡын районы халҡы ғына түгел, башҡа яҡтарҙан да эшләйҙәр. Бында тәбиғәт шарттары яҡшы, матди база һәйбәт, көслө менеджмент бар. Быларҙың барыһы ла шифахананың мөмкинлектәрен уңышлы үҫтерергә мөмкинлек бирә.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: