

Мәҙәниәт йорто янында төбәк етәксеһе «Ғаилә ялы паркы»н төҙөкләндереү барышын тикшерҙе. Объектты 2023 йылдың июлендә файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана. Планлаштырылған эштәр иҫәбендә - яһалма ландшафт булдырыу, бәләкәй архитектура формаларын ҡуйыу, йәйәүлеләр юлдарын яңыртыу, видеокүҙәтеү системаларын монтажлау һәм биләмәне йәшелләндереү. Проектты тамамлау өсөн яр буйын төҙөкләндерергә һәм йәйәүлеләр зонаһын ойошторорға кәрәк.
Фото: Т. АМАНОВ.