Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Март 2023, 14:00

Оҙаҡламай яҙғы өмәләр башланасаҡ

Республикабыҙҙа санитар таҙартыу айлығы 3  апрелдән 14 майға  тиклем дауам итәсәк.

Оҙаҡламай яҙғы өмәләр башланасаҡ
Оҙаҡламай яҙғы өмәләр башланасаҡ

Апрелдең өсөнсө декадаһынан башлап Өфөлә «Йәшел Башҡортостан» экологик акцияһы саралары ла уҙғарыла. 22 апрель һәм 13 май республикала ағастар ултыртыу көндәре буласаҡ.

Әйткәндәй, былтыр экологик акция ваҡытында республикабыҙҙа 49 мең ағас һәм ҡыуаҡ ултыртылған, шуларҙың 16 меңе - бейек ағастар. Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәләрҙең береһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йәмәғәт биләмәләрен йәшелләндергәндә ҙур ағастарға баҫым яһарға ҡушты.

Өмәләр рәсми рәүештә башланмаһа ла, ҡайһы бер муниципалитеттарҙа йыйылш башланы. Мәҫәлән, Өфөнөң Дим районы хакимиәте хеҙмәткәрҙәре санитар йома үткәрҙе: «Әкиәттәр аллеяһы»нда ҡар таратты. Баш ҡаланың Ленин районында мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең биләмәләрен йыйыштырҙы. «Таҙа» кесаҙна республиканың Бүздәк районында ла үтте. Был райондың предприятиелары һәм учреждениелары хеҙмәткәрҙәре, 270-тән ашыу кеше, территорияларҙы сүп-сарҙан таҙартты.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: