Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Март 2023, 15:28

«МХO-ла ҡатнашыусыларға, уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү – беҙҙең өҫтөнлөклө бурыс»

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Асҡын районында республика Хөкүмәте ағзалары, ҡала һәм район етәкселәре ҡатнашлығында семинар-кәңәшмә үткәрҙе. Көн тәртибендә - биләмәләрҙе инфраструктура йәһәтенән үҫтереү, инвестиция мөхитен яҡшыртыу, социаль программаларҙы тормошҡа ашырыу, халыҡ менән үҙ-ара килешеп эш итеү, шулай уҡ хәрби хеҙмәткәрҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү.

«МХO-ла ҡатнашыусыларға, уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү – беҙҙең  өҫтөнлөклө бурыс»
«МХO-ла ҡатнашыусыларға, уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү – беҙҙең өҫтөнлөклө бурыс»

Семинарҙы асып, республика етәксеһе муниципалитет башлыҡтарына махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү буйынса әүҙем эш алып барғандары өсөн рәхмәт белдерҙе.

– Һеҙ Донбасҡа сығаһығыҙ, яугирҙар менән осрашаһығыҙ, райондарығыҙға хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләренә бараһығыҙ, бик күп мәсьәләләрҙе хәл итәһегеҙ. Бөгөн был - беҙҙең идара итеү командаһы өсөн өҫтөнлөклө бурыс, - тине Радий Хәбиров. - Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса илдә МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә дәүләт ярҙамы фонды булдырыла. Бер ай дауамында ул республикабыҙҙа ла эшләй башлаясаҡ. Был средстволарҙы мохтаждарға адреслы һәм һөҙөмтәле еткереү мөһим.

Республика мобилизацияланған ир-егеттәр хеҙмәт иткән подразделениелар менән системалы үҙ-ара эш итеүҙе яйға һала, тип өҫтәне Башҡортостан Башлығы. Яугирҙарҙы кәрәкле бөтә әйберҙәр менән тәьмин итеүҙә лә ҡала һәм райондар халҡы һиҙелерлек ярҙам күрһәтә.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: