

«1 марттан янғынға ҡаршы режим ҡағиҙәләренә үҙгәрештәр көсөнә инде, бөгөн рәшәткәләрҙың булыуы законға ҡаршы килмәй», — тип Еникеевтың һүҙҙәрен килтерә ТАСС.
Янғын осрағында балалар һәм уҡытыусылар мәктәптән эвакуация юлынан сығырға тейеш, ә тәҙрәләр уға ҡарамай, тине ул.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙә 120 мең белем биреү объекты эшләй. 2022 йылда уларҙа — 325 янғын, мәктәптәрҙә 150 ут сығыу осрағы теркәлгән. Һәләк булған балалар юҡ. Янғын хәүефһеҙлеген боҙған өсөн суд ҡарары буйынса 20 мәктәптең эше туҡтатылған.
Фото: Т. АМАНОВ.