Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Март 2023, 07:28

Класс етәкселәре тәжрибә туплай

Башҡортостан уҡытыусылары Бөтә Рәсәй класс етәкселәр форумында ҡатнашты.

Класс етәкселәре тәжрибә туплайКласс етәкселәре тәжрибә туплай
Класс етәкселәре тәжрибә туплай

Мәғариф министрлығы академияһының класс етәкселеге өлкәһендәге иң яҡшы тәжрибәләр марафоны дауам итә. Өсөнсө күсмә сессия Һамар өлкәһенең Мәғарифты үҫтереү институтында үтте. Унда Волга буйы федераль округы уҡытыусылары йыйылды.

Уҡытыусылар тәжрибә уртаҡлашты, иң яҡшы эш алымдары танышты. Форумда ҡатнашыусыларҙың береһе - Республика инвалид балаларға дистанцион белем биреү үҙәгенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Зимфира Йосопова. Ул Класс етәксерәлр форумы яңы белем тупларға һәм һөнәри яҡтан үҫешергә мөмкинлек бирә.

– Талантлы ойоштороусылар һәм тәжрибәле уҡытыусылар менән аралашыу ҡиммәт. Уларҙың ярҙамы менән беҙ эшкә яңынан дәртләнеп тотонорға әҙербеҙ! – тине Зимфира Йосопова.

Марафон ҡатнашыусылары эстафетаны Төньяҡ-көнбайыш округҡа тапшырҙы. Киләһе күсмә сессия 25-26 мартта Санкт-Петербургта һәм 30 мартта Екатеринбургта үтәсәк.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас