

Бөгөн Өфөлә «Шаяниум» тапҡырҙар һәм отҡорҙар асыҡ ҡала конкурсының финал уйыны уҙҙы. Бәйгелә һайлап алыу этаптарын уңышлы үткән 14 команда көс һынашты.
Балалар сәхнәлә саф башҡорт телендә сығыш яһаны. Быйыл 21-се тапҡыр ойошторолған фестиваль Рәсәйҙәге Уҡытыусы һәм остаз йылына Башҡортостандағы Йәнтөйәк өсөн файҙалы эштәр йылына арналды һәм «Илле – илендә, ерле – ерендә/ Где родился, там и пригодился» девизы аҫтында үтте.
«Шаяниум» конкурсы һөҙөмтәләре буйынса Гран-приҙы 2-cе башҡорт лицейының «Тағы ла 2» командаһы яуланы. Призлы урындарҙы Ҡ. Дәүләткилдиев исемендәге һынлы сәнғәт гимназия-интернатының «Рәссамдар», Р. Бикбаев исемендәге 102-се башҡорт гимназияһының «Етегән +1», М. Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһының «Кендектәр», Мөхәмәт Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейының «Һупайлы дәрүиштәре» һәм Ф. Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһының «20-се Централ» командалары бүлеште.
Һәр команда еңеү өсөн тырышты. Ярымфиналда төшөп ҡалып, конкурстан тыш сығыш яһаған командаларҙың да номерҙары тамашасы күңеленә хуш килде. Айырыуса М. Нагаев исемендәге 160-сы лицейҙың "Амантай бәпестәре" көлдөрҙө. Бигерәк тә Башҡорт хужабикәһенә пародия эшләүсе Каринаны тамашасы аяғүрә алҡышланы. Афарин!