Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Марта 2023, 12:19

«Яу яланында һуғыш менән бергә мәғлүмәт һуғышы бара»

Был хаҡта социаль селтәрҙәрҙә республика Башлығы Радий Хәбиров яҙған.

«Яу яланында һуғыш менән бергә мәғлүмәт һуғышы бара»«Яу яланында һуғыш менән бергә мәғлүмәт һуғышы бара»
«Яу яланында һуғыш менән бергә мәғлүмәт һуғышы бара»

– Бөгөн Ульяновскиҙа эшләйем. Рәсәй Именлек советы сәркәтибе Николай Патрушев, Волга буйы федераль округы төбәктәре башлыҡтары менән мәғлүмәти именлек мәсьәләләрен тикшерҙек. Яу яланындағы һуғыштар менән бер рәттән хәҙер мәғлүмәт һуғышы бара – кешеләрҙең күңеле, аҡылы, йөрәге өсөн. Фейктар, дөрөҫ булмаған хәбәрҙәр, милләт-ара, дин-ара татыулыҡ тыуҙырыу – быларҙың барыһы менән дә көн һайын көрәшәбеҙ. Беҙҙең халыҡҡа һәр ваҡыт дөрөҫ, тикшерелгән, көнүҙәк мәғлүмәт алыу мөмкинлеген тәьмин итеү өсөн хеҙмәттәштәр менән был эште тағы ла һөҙөмтәлерәк алып барыу тәжрибәһе менән уртаҡлаштыҡ, – ти ул.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас