

Конкурста блогерҙар ғына түгел, 14 йәштән алып теләгәндәр ҙә ҡатнаша ала. Бының өсөн 20 апрелгә тиклем проекттың рәсми сайтында ошо һылтанма буйынса теркәлергә кәрәк. Һәр ҡатнашыусы бушлай белем биреү программаһына инә ала.
Бынан тыш, конкурста ҡатнашыусылар партнерҙарҙан ҡиммәтле бүләктәр аласаҡ, ҡыҙыҡлы таныштар табып, проект программаһы буйынса Рәсәй буйлап сәйәхәткә сыға аласаҡ.
Конкурс йомғаҡтары буйынса ҡатнашыусылар яңы медиа өлкәһендә һөнәри күнекмәләрҙе үҙләштерәсәк, блогҡа аудитты нисек дөрөҫ итеп үткәрергә кәрәклеген беләсәк һәм блогерҙарҙан, проект остаздарынан һәм эксперттарҙан консультациялар аласаҡ.
Мәғариф министрлығы «ТопБЛОГ» проекты буйынса «Уҡытыусының иң яҡшы блогы» һәм «Бәйләнештә» селтәрендә иң яҡшы мәктәп берләшмәһе» махсус номинацияларын хуплай.
Еңеүселәр махсус приздар аласаҡ. Бүләктәр бик шәп. Мәҫәлән:
— Белем биреү платформаһы курсына сертификат, хаҡы 25 000 һумға тиклем;
Тулыраҡ мәғлүмәтте проекттың рәсми сайтында алырға мөмкин.
«Рәсәй - мөмкинлектәр иле» президент платформаһының «ТопБЛОГ» проекты 2020 йылдан тормошҡа ашырыла. Ике йыл эсендә унда Рәсәйҙең 89 төбәгенән 70 меңдән ашыу кеше ҡатнашты, уларҙың 33 меңдән ашыуы - 2022 йылда. Яңы миҙгелдә Рәсәйҙең бөтә төбәктәренән, шулай уҡ Евразия иҡтисади союзы илдәренән меңәрләгән социаль селтәр контенты авторҙарын йәлеп итеү күҙаллана.
Фото: Т. АМАНОВ.