Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Марта 2023, 12:37

Бөтә Рәсәй форумына ғаризалар ҡабул ителә башланы

Быйыл 3 – 7 октябрҙә өсөнсө тапҡыр класс етәкселәре һәм остаздар форумы  үтәсәк. Был юлы унда бөтә илдән 3000 урта һөнәри белем биреү учреждениеларының класс етәкселәре һәм кураторҙары ҡатнашасаҡ. Ғаризалар  20 марттан ҡабул ителә башланы, ул 20 апрелгә тиклем дауам итәсәк. Ғаризаны ғәмәлдәге класс етәкселәре һәм төркөм кураторҙары тапшыра ала.  

Бөтә Рәсәй форумына ғаризалар  ҡабул ителә башланыБөтә Рәсәй форумына ғаризалар  ҡабул ителә башланы
Бөтә Рәсәй форумына ғаризалар ҡабул ителә башланы

Һайлап алыу онлайн-майҙансыҡта уҙғарыла һәм бер нисә этаптан тора: анкета тултырыу, педагогика нигеҙҙәре буйынса тест үтеү, дәрестән тыш дәрестәр буйынса «Мөһим нәмәләр  тураһында һөйләшеү» буйынса тест үткәреү, класс етәксеһе тренажеры һәм “Минең тәрбиә башланғысым” темаһы буйынса видеовизитка биреү. Бының өсөн ойоштороусылар махсус рәүештә «Бәйләнештә» селтәре менән берлектә мини-ҡушымта әҙерләгән.

Ҡатнашырға теләүселәр өсөн түбәндәге һылтанма буйынса анкетаны тултырырға кәрәк: https://vk.com/app51552964. Һәр һайлап алыу этабы башланыуы хаҡында өҫтәмә белдереү буласаҡ. Шулай уҡ яңылыҡтарҙы «Бәйләнештә» селтәрендә лә күҙәтергә мөмкин:  www.vfkr_ru.

Бөтә Рәсәй класс етәкселәре һәм остаздары форумы Мәскәүҙә  октябргә билдәләнгән. Быйыл форум ике сменала уҙғарыла:

– 3-5 октябрь  — башланғыс кластарҙың, коррекция мәктәптәренең һәм урта профессиональ белем биреү йорттары кураторҙарының класс етәкселәре;

- 5-7 октябрь — - өлкән һәм урта кластарҙың класс етәкселәре.

- 5 октябрҙә форумда ҡатнашыусыларҙың барыһы ла Уҡытыусылар көнөнә арналған концертҡа Дәүләт Кремль һарайына саҡырыласаҡ.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас