

Был олимпиаданы М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты үткәрә һәм ул 2022/23 уҡыу йылына Рәсәй Мәғариф министрлығының олимпиадалар исемлегенә ингән. Рус һәм инглиз телдәре, математика, тарих, йәмғиәтте өйрәнеү, физика, биология һәм география фәндәренән өҫтәмә балдар алырға мөмкин.
Улар шәхси ҡаҙаныштар сифатында РФ Мәғариф министрлығы исемлегенә индерелгән олимпиада еңеүселәре дипломдарын иҫәпкә алған юғары уҡыу йорттарында иҫәпләнәсәк. Мәҫәлән, Өфө дәүләт нефть техник университеты Аҡмулла олимпиадаһында еңеүсегә - 10 балл, призерға - 7 балл, Башҡорт дәүләт аграр университеты еңеүсегә - 10 балл, ҡатнашыусыға 5 балл бирә. Мәскәү педагогия институты еңеүсегә - 5 балл, призерға 4 балл өҫтәй. Быйыл М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты абитуриенттары, олимпиада еңеүселәре һәм призерҙары, өҫтәмә рәүештә 10 балл аласаҡ.
Аҡмулла олимпиадаһы математика һәм химиянан алып экология һәм физик культураға тиклем төрлө йүнәлештәр буйынса үткәрелә. Олимпиадала 8-11 класс уҡыусылары һәм колледж студенттары ҡатнаша. Финал этабы 25-31 мартта М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҙа:
25 март – физика, башҡорт теле һәм әҙәбиәте
27 март – информатика, рус теле,
28 март – география, рус теле,
29 март – инглиз теле, иҡтисад,
30 март – инглиз теле, йәмғиәтте өйрәнеү,
31 март – тарих, математика, биология, татар теле һәм әҙәбиәте.
Аҡмулла олимпиадаһының йомғаҡлау этабын үткәреү ҡағиҙәләре һәм ҡатнашыусыларға талаптар Аҡмулла олимпиадаһы сайтында баҫылған: http://distolimp.bspu.ru/.
Һорауҙар менән олимпиада сайтында кире бәйләнеш формаһы аша ойоштороу комитетына akmulolimp@yandex.ru электрон почтаһы аша йәки «Бәйләнештә» селтәрендә https://vk.com/public216231405 мөрәжәғәт итергә.
Фото: Т. АМАНОВ.