Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Март 2023, 15:00

Яралы командир хәрбиҙәрен ташламаған

СВО-ла ҙур батырлыҡ ҡылған яҡташыбыҙ Рәмил Нәсибуллин хаҡында һөйләнеләр.

Төндә нацистар башҡорт батальоны яугиры Рәмил Нәсибуллин етәкселегендәге миномет батареяһына һөжүм итә. Етмәһә, экипаж танкыға ҡаршы мина өҫтөнә барып менә. Лейтенант Нәсибуллин ҡаты яраланыуға ҡарамаҫтан, дошман менән һуғышыуын дауам итә.

Ул батарея менән оҫта етәкселек итә һәм дошманға контрһөжүм эшләй. Яугирҙар ярҙам килгәнсе һуғыша.

Был турала «Геройҙар ваҡыты» проектында һөйләнеләр. 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: