Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Март 2023, 17:30

Волга буйы федераль округы интеллектуаль олимпиадаһының төбәк этабы уҙҙы

Баш ҡалабыҙҙың Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатында уҡыусылар араһында Волга буйы федераль округы интеллектуаль олимпиадаһының төбәк этабы уҙҙы. Ул бер нисә йүнәлеште үҙ эсенә алды: уйлап табылған мәсьәләләрҙе сисеү, робот техникаһы һәм «Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?» команда турниры, программалау һәм пилотһыҙ осоу аппараттары менән идара итеү.  

Волга буйы федераль округы интеллектуаль олимпиадаһының төбәк этабы уҙҙы
Волга буйы федераль округы интеллектуаль олимпиадаһының төбәк этабы уҙҙы

Волга буйы федераль округының интеллектуаль олимпиадалары Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы ярҙамында үтте. Унда республиканың 53 муниципаль берәмеге уҡыусылары ҡатнашты. Сараны Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернаты һәм Өфө ҡалаһының «Ирекле ел» авиамодель клубы булышлығында «Аврора» таланттарҙы үҫтереү үҙәге ойошторҙо.

2023 йылдан алып пилотһыҙ осоу аппараттары менән идара итеү олимпиаданың яңы өҫтәмә конкурс һынауы тип иғлан ителде. Уҡыусылар өсөн пилотһыҙ осоу аппараттары менән идара итеү көнүҙәк һәм перспективалы йүнәлеш булып тора, сөнки хәҙерге йәмғиәттең проблемаларын хәл итеүҙә ярҙам күрһәтә. Пилотһыҙ аппараттар ауыл хужалығында һәм урман хужалығында, геодезияла, тау сығарыу һәм нефть сәнәғәтендә, логистикала һәм төҙөлөштә, һаҡ системаларында ҡулланыла.

Эксперт Рәмил Кәбиров һүҙҙәренсә, балаларҙың логик һәм аналитик фекерләүен үҫтерә, ҡатмарлы техник мәсьәләләрҙе хәл итергә өйрәтә. Пилотһыҙ осоу аппараты бөгөн - ул ирекле осошҡа программаларға кәрәк, артабан ҡоролманы үҙ ҡулдарың менән йыйып, файҙалы йөкләмәне иҫәпләп сығарыу һәм, ниһайәт, оса алыу мөмкинселеге.

Тиҙҙән ярыштарға йомғаҡ яһаласаҡ. Еңеүселәр Башҡортостан Республикаһы исеменән Пермь ҡалаһында сығыш яһай.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: