Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Март 2023, 15:02

Сәнәғәт етештереүе индексын 3 процентҡа тиклем арттырырға планлаштыралар

Был хаҡта министрлыҡ етәксеһе оператив кәңәшмәлә һөйләне.

Сәнәғәт етештереүе индексын 3 процентҡа тиклем арттырырға планлаштыралар
Сәнәғәт етештереүе индексын 3 процентҡа тиклем арттырырға планлаштыралар

Башҡортостан сәнәғәт министрлығы йыл аҙағына тиклем сәнәғәт етештереүе индексын (ИПП) 3 процентҡа күтәрергә ниәтләй, тип белдерҙе сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры вазифаһын башҡарыусы Тимур Герасимов. Ул Туймазыла үткән Сәнәғәт министрлығы коллегияһы хаҡында һөйләне. Сарала Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министры урынбаҫары Альберт Кәримов, Рәсәйҙең кластерҙар һәм технопарктар ассоциацияһы директоры Андрей Шпиленко, Ульяновск, Һамар, Ырымбур өлкәләре, Сыуаш республикаһы ведомстволары начальниктары ҡатнашты.

Сарала ҡатнашыусылар «Корона» ойошмаһында Рәсәйҙең тәүге мебель кластерын асыуҙа ҡатнашты, нефть һәм химия эшкәртеү, нефть һәм газ сығарыу, металлургия, атом энергетикаһы өсөн технологик ҡорамалдар етештергән «Уралтехнострой-Туймазыхиммаш» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең производство майҙансығын ҡараны.

Шулай уҡ Рәсәйҙәге берҙән-бер автобетоновоздар етештереүсе Туймазы йөк машиналары заводында булдылар. Завод "Мастер" индустриаль технопаркының резиденты буласаҡ, ҡатнашыусылар уның төҙөлөш майҙанын ҡараны.

Киңәйтелгән ултырышта республика сәнәғәтенең стратегик үҫеш концепцияһы тәҡдим ителде. Башҡортостанда тағы ике сәнәғәт кластеры булдырыу планлаштырыла, шуларҙың береһе — Донецк Республикаһы предприятиелары менән берлектә янғын һүндереү-ҡотҡарыу техникаһы компетенцияһы үҙәге.

Сәнәғәт министрлығы Евразия Евразия ғилми-белем биреү үҙәге менән берлектә стратегик сессия ойошторасаҡ — унда ғалимдар һәм белгестәр фәнни-техник үҫеш өлкәһендә, шул иҫәптән импортты алмаштырыу мәсьәләләрен хәл итеү буйынса проекттарҙы ҡараясаҡ.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: